Тормошобоҙҙо яҡтыртыусы

Ейәнсура районы Юлдаш ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ- әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәхимғолова Фәүзиә Йосоп ҡыҙын тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормошобоҙҙо яҡтыртыусыТормошобоҙҙо яҡтыртыусы
Тормошобоҙҙо яҡтыртыусы

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ.
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ әсәй! Сабыр холоҡло, киң күңелле, уңғанлығы менән һоҡландырған, тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән, оло йөрәкле, ғәзиз кешебеҙгә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуыр иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, төплө, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!
Иң изге теләктәр теләп һинең балаларың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас