Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлшат Илшат ҡыҙы ТУЙГИЛДИНАны күркәм юбилейы - 50 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелепБәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Хеҙмәттәшебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бергә, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшә! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Ҡотлау менән Яҡуп ауылы мәктәбе һәм "Айгөл" балалар баҡсаһы коллективтары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас