

Беҙҙең әсәйебеҙ күптәрҙе һоҡландырырлыҡ, үрнәк алырлыҡ кеше. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татырға, ауырлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы еңеп сығырға тура килде. Ләкин беҙҙең әсәйебеҙ бер ваҡытта ла бирешмәне, зарланманы, һынауҙарҙа бөгөлөп ҡалманы. Уға булған рәхмәттәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе бер ниндәй һүҙҙәр менән дә әйтеп бөтөрөрлөк тугел.
Ҡәҙерле кешебеҙгә алдағы ғүмерендә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңде, бүлә-бүләсәрҙәреңде яратып, бергәләшеп оҙон-оҙак йәшәргә яҙһын һиңә!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған, нурлыһын!
Ҡотлауҙар менән ҡыҙҙарың Гөлдәр, Нәжиә, кейәүең Нур, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.