Йәшә һин мәңгелек гөл булып

Ҡәҙерле класташыбыҙ Айгөл Рәшит ҡыҙы ИШДӘҮЛӘТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 45 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Йәшә һин мәңгелек гөл булыпЙәшә һин мәңгелек гөл булып
Йәшә һин мәңгелек гөл булып

Беҙ һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген-изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, һөйөүен тойоп, йәшә лә йәшә әле!​ Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, йәш, дәртле булып ҡал! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон!
Юбилейың ҡотло булһын,
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын.
Сәләмәт булһын һинең йөрәгең,
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын.
Бәхет, шатлыҡтарға күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп
Ҡәҙер хөрмәттәргә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек гөл булып.
Иң изге теләктәр менән Яҡут ауылы һәм Иҫке Мораптал ауылында йәшәүсе класташтары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас