Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Үрге Баба ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, инәйебеҙ Миниса Вәли ҡыҙы ЙОСОПОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 75 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрик итеп, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелепЙәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо матур байрамыңда барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәремде еткерәм, тормош юлымда осраған ауыр һынауҙарҙа бөгөлөп ҡалырға бирмәй, яңғыҙ ҡалдырмай, изге кәңәштәреңдән айырмай, терәк-таяныс булып, һәр ваҡыт янымда яҡын кешем булып ҡалдың. Һинең күрһәткән ярҙамдарыңды һанап бөтөрлөк түгел, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә һәр ваҡыт ярҙамға килдең, аҡыллы кәңәштәреңде бирҙең, йыуатып, йәшәү өсөн көс-дәрт өҫтәп торҙоң.
Fүмер миҙгеленең матур байрамында, яҡын кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән Аҙнабаевтар ғаиләһе

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас