Все новости

Яҡты булһын килер көндәрең

Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әнейебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Фәниә Вәли ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, ер йөҙөндә булған барлыҡ изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.

Яҡты булһын килер көндәрең
Яҡты булһын килер көндәрең

Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, гел шулай матур, тормош яратыусан, дәртле, эшсән, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле әней, өләсәй булып ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Әней, һин беҙгә бик кәрәк һәм дә беҙҙең өсөн ҙур терәк. Киләсәктә лә шулай изге күңелле, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, ҡәҙер- хөрмәттә, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Яҙҙың сыуаҡ иркә ҡояшындай
Һин бит беҙгә ғәзиз, ҡәҙерле.
Килер көндәрең дә яҡты булһын,
Бер ҡайғыһыҙ, матур ғүмерле.
Үткән юлың матур сәскә кеүек,
Алдағыһы булһын матурыраҡ.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Шатлыҡтарҙы тағы мулыраҡ.
Иң изге теләктәр менән балаларың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в