Все новости

Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кейәүебеҙ, бажабыҙ, еҙнәбеҙ Фәнил Сәфәрғәли улы ИСМӘҒИЛОВты 60 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм дә ихлас, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге-уй теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың

Ул ихтирамға лайыҡ кеше, ғаиләлә өлгөлө атай, олатай, хәстәрлекле хужа. Уға оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм бәхете теләйбеҙ. Киләһе көндәрҙә лә йәшлек көс-ҡеүәтен һүндермәй, яҡындарына терәк, таяныс, кәңәшсе, йәшәү мәғәнәһе булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, донъяның һәр миҙгеленә ҡыуанып ейән-ейәнсәрҙәренең, балаларының изгелеген, ҡыуанысын тойоп, күреп, һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Күңелең һәр ваҡыт көр, йөҙөң әлегеләй ихлас, нурлы булһын.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән ҡәйенбикәң Мәндүзә, бажаң Фәрғәт, ҡәйнешең Рәүеф, киленең Гөлгөнә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в