Все новости

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Фәнил Сәфәрғәлей улы ИСМӘҒИЛОВты матур байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлфирә, улың Фаил, киленең Алина, ҡыҙың Зинфира, кейәүең Илмир, ейәнең Рамир, ейәнсәрҙәрең Эллария, Амелия, Арина һәм Ралина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в