Все новости

Хоҙай ололаһын үҙеңде

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ Мөнирә Ғимали ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАны 80 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Хоҙай ололаһын үҙеңде
Хоҙай ололаһын үҙеңде

Ҡәҙерлебеҙ, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен һиңә.
Киләсәктә лә яҡындарыңдың матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, именлектә, бәхеттә, күңел нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә.
Рәхмәт һиңә мең-мең рәхмәт.
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән улың Рәмил, киленең Аида, ейәнең Линар, ейәнсәрең Динә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: