Все новости

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле булған берҙән-бер ағайыбыҙ, ҡайнағабыҙ  Абукаев Марат Карамат улын 65 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Ҡәҙерле кешебеҙгә йөрәк түрҙәренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллап, уға киләсәк тормошонда ҡоростай сәләмәтлек, Нәсимә еңгәбеҙ менән парлы-барлы тормош, барлыҡ эштәренең дә уң булыуын теләйбеҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй ағай менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш  көлһөн тормош күгеңдә!

Доньялағы иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән иркәң Рәғиҙә, кейәүең Фирҙәүес һәм уларҙың балалары Руслан, Алһыу, Юлиә, Нурислам.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: