Все новости

Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, ғәзиз, һөйкөмлө, һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Менәүәрә Хәсән ҡыҙы ВӘЛИДОВАны - 80 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Таҙалыҡта үтһен көндәрең
Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Беҙ һине, барлыҡ балаларың бергә йыйылып, бөгөнгө байрам көнөң менән ҡотлайбыҙ. Оҙаҡ йәшә, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Биргән фатихаларың фәрештәләр булып беҙгә ирешһендәр. Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һиңә ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килтерһендәр, игелекле эштәр генә башҡарһындар.
Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паҡлығын аңларга өйрәтеүсе һин, әсәй. Ғүмер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман шулай беҙгә терәк булып йәшә. Беҙҙең тыуған йортобоҙҙың йәме бит һин. Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә.
Ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ, һиңә ошо матур байрамыңда оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйсә беҙ балаларыңа ныҡлы терәк булып тороуоңды теләйбеҙ. Һаман шулай көслө рухлы һәм ярҙамсыл, изге күңелле, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген-игелеген күреп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп йәшә.
80 йыл ғүмер уҙып киткән,
Күпме йылдар, һыуҙар аҡҡандар.
Шул йылдарҙың иҫтәлеге булып,
Маңлайыңа һырҙар ятҡандар.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән,
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр теләп улдарың, килендәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: