Все новости

Атлап киләм йәшлек эҙемдән

Көйөргәҙе районы Ҡарай ауылында тыуып-үҫкән, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Рәмзилә Абдулла ҡыҙы РАФИҠОВА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. 

Атлап киләм йәшлек эҙемдән
Атлап киләм йәшлек эҙемдән

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк-таяныс, күптәргә өлгө булырҙай йомарт, тырыш, наҙлыһың, сабырлығың менән беҙгә үрнәкһең. Гел шулай йәш, һөйкөмлө һәм мөләйем булып ҡал.
Атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Йәмил Заһрый улы менән бергә иңгә-иң терәшеп парлы ғүмер итеүҙәренә лә 30 йыл тулды. Беҙгә тигеҙ өләшкән йөрәк йылығыҙ, бөтмәҫ хәстәрлегеҙ, беҙҙе ҡайғыртып йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәк көндәрегеҙ һаулыҡта, именлектә, ырыҫлы тормошта үтһен. Хоҙай һеҙҙе күңел тыныслығынан, тән сихәтенән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын. Балаларығыҙҙың изгелеген, бәхетен, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысын күреп, тиң-тигеҙ булып, бер-берегеҙҙе һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йән тыныслығында килер йылдарҙы ҡаршыларға яҙһын һеҙгә.
Кисәгеләй кеүек күҙ алдымда
Һыу буйында яҡҡан усаҡтар.
Ҡайҙа ҡалды икән яңғыратып йырлап,
Гармун уйнап йөрөгән шул саҡтар.
Һис онотмам йәшлек туғайының
Һыҙылып ятҡан йәшел һуҡмағын.
Ҡыҫҡа йәйге кистә аҫма-баҫма аша
Ҡыҙҙар оҙатып йөрөгән саҡтарым.
Шул саҡтарҙы ҡабат иҫкә алып,
Атлап киләм йәшлек эҙемдән
Усаҡ һүнгән, аҫма-баҫма ла бар
Тик һағышым түгелә йөҙөмдән.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәмил, ҡыҙҙарының Гүзәл, Чулпан, улың Илсаф, кейәүҙәрең Нияз, Йәмил, ейән-ейәнсәрҙәрең Асель, Нурлан, Сафия, әсәйең Гөлнур һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: