Все новости

Бәхеткә ҡойоноп йәшә

Ҡәҙерле ҡыҙым Алина Флорид ҡыҙы ДӘМИНОВАның бөгөн иң тылсымлы көнө –тыуған көнө! Ошо уңайҙан йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итеп ал.

Бәхеткә ҡойоноп йәшә
Бәхеткә ҡойоноп йәшә

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙым Алина Флорид ҡыҙы ДӘМИНОВАның бөгөн иң тылсымлы көнө –тыуған көнө! Ошо уңайҙан йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош. Шулай уҡ ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә. Тыуған көнөң менән!
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
25 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Ҡотлау менән бөтә туғандарың исеменән әсәйең.

Бәхеткә ҡойоноп йәшә
Бәхеткә ҡойоноп йәшә
Автор:
Читайте нас: