Все новости

Беҙ һине яратабыҙ!

Ҡәҙерле әтейебеҙ Илшат Әнүәр улы НӘЖМИЕВты матур юбилейы – 60 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Беҙ һине яратабыҙ!
Беҙ һине яратабыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн иң яҡын, изге, ғәзиз кешебеҙ, беҙгә таяныс, терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы! Һиңә Аллаһы Тәғәлә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы насип итһен. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ҡартайыуҙы һиҙмәй, йәшәү дәртен һүндермәй, тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, имен тыныс тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ!
Яҡшылыҡтың саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, әтей, тормошта.
«Әтей» тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Һин бит, әтей, беҙҙең өйҙөң йәме,
Тормошта оло бер терәк.
Оҙаҡ йәшә, һәр саҡ шулай шат бул,
Һин бит, әтей, беҙгә бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Айгөл, улың Азат, кейәүең Илдар, ейәндәрең Тимур, Әмир һәм Таһир.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: