Все новости

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Яҡшымбәт ауыл советы депутаты, Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, йәш, дәртле, тырыш, талантлы егетебеҙ Фидан Роберт улы БУЛАТОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 30 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Фидан Роберт улы шул тиклем дәртле, ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, ауыл мәҙәниәт мөхитен һүндермәй, үҙ эшен яҡшы итеп алып бара. Уны матур ғүмер байрамы менән ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмерҙә йәшә лә йәшә әле.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов һәм уның коллективы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: