Все новости

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Клара Хәйретдин ҡыҙы ХАЛИҠОВАны 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Светлана, кейәүең Мөнир, улың Фәнир, киленең Рәшиҙә һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: