Все новости

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Яҙғы бөрөләр тулып япраҡ ярған, ҡояш йылыһы йыһанды йыуатҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донья йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙ, әниебеҙ Лена Лотфрахман ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА 80 йәшлек юбилейын ҡаршы ала. 

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Шундай матур юбилейың менән һине тәбрик итәбеҙ әней.
Һинең киң күңелең, тыңғыһыҙ йәнең, сабыр, кешелекле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл булыуың балаларыңа, туғандарыңа ғына түгел, ә күрше күләнгә, тирә-яҡҡа ла билдәле. Һин ишек тупһаһынан атлап кергән һәр кешене йылы һүҙең, һый хөрмәтең менән ҡаршы алаһың, оҙатып ҡалаһың. Оло йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан тырышып ҡош-ҡорттар ҙа үрсетәһең, баҡса ла үҫтерәһең.
Әней, һеҙ бит әтей менән беҙҙе кеше араһында кәм итмәйенсә, яратып һөйөп, ғәҙел, тәрбиәле, кешелекле булырға өйрәтеп үҫтерҙегеҙ. Күрһәткән игелектәрегеҙҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Юбилейың әней ҡотло булһын. Тыуаһы һәр бер иртәң шатлыҡ менән атһын, Аллаһ һаулыҡ, сәләмәтлектән айырмаһын, йән тыныслығы, күңел күтәреңкелеге юлдаш булһын, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, беҙгә терәк булып йәшә лә әней, йәшә әле.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Рәхмәт, әңкәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың, улдарың, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейнәсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в