Все новости

Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әнейебеҙ Миләүшә Рафиҡ ҡыҙы ХӘМИТОВАны 50 йәшлек, оло йөрәкле булған ҡайным, хәстәрлекле олатайыбыҙ Рафиҡ Хәйретдин улы ҠОТЛОБАЕВты 75 йәшлек юбилейҙары һәм балдыҙым, апайыбыҙ Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы ҠОТЛОБАЕВАны тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ.

Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен

Кинйәбай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әнейебеҙ Миләүшә Рафиҡ ҡыҙы ХӘМИТОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙгә матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә лә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Шулай уҡ, Кинйәбай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, оло йөрәкле булған ҡайным, хәстәрлекле олатайыбыҙ Рафиҡ Хәйретдин улы ҠОТЛОБАЕВты ла 75 йәшлек юбилейы һәм балдыҙым, апайыбыҙ Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы ҠОТЛОБАЕВАны тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, имен тормош теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, уларға терәк булып, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәргә яҙһын. Уй-теләктәрегеҙ тиң, тыуар таңдарығыҙ яҡты, тыныс, көндәрегеҙ аяҙ булһын!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, кейәүең, еҙнәң Наил, ҡыҙың, ейәнсәрең, һылыуың Илнара, улың, ейәнең, мырҙаң Илнур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: