Все новости

Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Асия Миниәхмәт ҡыҙы ҠАЙҒОЛОВА үҙенең күркәм 75 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә
Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә

Ҡәҙерлебеҙ, һин үк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ.
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Сабыр холоҡлоһоң, киң күңеллеһең, оло йөрәклеһең, уңғанлығың менән һоҡландыраһың. Һиңә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуыр иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, төплө, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Юбилейың ҡотло булһын,
Ғүмерең үтһен шатлыҡта.
Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә,
Һис бирешмә ҡартлыҡҡа.
Теләктәрҙең ҡайһыһын теләһәк тә,
Аҙ булыр кеүек һинең хөрмәткә.
Аяҙ булһын мәңге күңел күгең
Беҙ ҡалабыҙ ошо теләктә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Земфира, Гөлфиә, Гүзәл, кейәүҙәрең Рим, Олег, Илдар, ейән-ейәнсәрҙәрең Фидан, Индира, Элина, Фидалия, Иҙел, Әмирә, бүлә-бүләсәрҙәрең Эмилия, Йәсминә, Ирхан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: