Все новости

Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын

Ошо көндәрҙә Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе иң яҡын, иң ғәзиз кешебеҙ, әсәйебеҙ Альбина Таһир ҡыҙы ҠОЛҒИЛДИЕВАның - тыуған көнө.

Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын

Ҡәҙерлебеҙҙе байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Әсәкәйебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ, берҙән-беребеҙ! Йәмле яҙҙа тыуһаң да, һинең йөрәгендә - йәй ҡояшы! Күңелебеҙҙә һиңә ҡарата йәшәгән тойғоларыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе еткерерлек донъяла һүҙҙәр табылмаҫ! Беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк иткән, ҡышҡы һалҡындарҙан ҡурсалаған, бер ҡасан да йөрәк йылыһын һәм наҙын йәлләмәгән фәрештәлер һин! Күҙҙәреңден яҡты нуры, йылмайыуың һәр саҡ йәшәүгә көс-дәрт бирә, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа, тормош һынауҙарына баш эймәҫкә өйрәтә!
Әсәкәйебеҙ! Тыуған көнөңдә һиңә иң ҙур теләгебеҙ - һәр саҡ һау-сәләмәт булып, беҙҙе ҡыуандырып йәшә лә йәшә! Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын! Һинең йомшаҡ ҡулдарыңдын йылыһы йөрәгебеҙҙә мәңге һаҡланыр!
Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарын ысыҡ йыуһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Алаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең - имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Изге теләктәр менән балаларың Айбулат, Әлфинә, Эльвина, кейәүең Денис, ейәнең Усман

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: