Все новости

Гөрләп йәшә, йәмле яҙ һымаҡ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әнейебеҙ Зөлфирә Мәүлетбай ҡыҙы УСМАНОВАны 45 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Гөрләп йәшә, йәмле яҙ һымаҡ
Гөрләп йәшә, йәмле яҙ һымаҡ

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең ғаилә өсөн иң хәстәрлекле һәм иғтибарлы әсәй, изге, саф күңелле, оло йөрәкле, йомарт, сабыр холоҡло тормош иптәше, беҙгә таяныс, терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы! Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ.
Һиңә Аллаһы Тәғәлә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы насип итһен. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-яҡты яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта ғаиләң, балаларың менән йәшәргә яҙһын, йөҙөңдән һис ҡасан шат йылмайыуың китмәһен, ҡәҙерлебеҙ. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ!!!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, йәмле яҙ һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә,мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнзил һәм өс улың: Рәмзил, Рәсим, Илнур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: