Все новости

Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Рәфис Тәлғәт улы БОҪҠАНОВты - 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Ғүмереңдең балҡып торған мәле
Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Яҙҙың матур көнө кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш һәм уңған, сабыр холоҡло ғәзиз кешебеҙгә ҡоростай һаулыҡ, күңел тыныслығы, күтәренке кәйеф, имен, мул тормош, шатлыҡ ҡыуаныстарга бай, бәрәкәтле оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, киләсәктә лә кешелекле, йомарт, ярҙамсыл, изге күңелле, барыбыҙға ла терәк -таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Лилиә, ҡыҙҙарың Юлиә, Руфина, улың Данил.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: