Все новости

Шат күңелдәр менән ғүмер ит

Ҡәҙерле һылыуыбыҙ, бикәсебеҙ, балдыҙыбыҙ Альбина Таһир ҡыҙы ҠОЛҒОЛДИЕВАны ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Шат күңелдәр менән ғүмер ит
Шат күңелдәр менән ғүмер ит

Алдағы көндәрең һаулыҡта, шатлыҡта, именлектә үтһен! Ауырлыҡтар, ҡайғы -хәсрәттәр һәр саҡ урап үтһен, тик шатлыҡтар, күтәренке кәйеф, сәләмәтлек кенә юлдаш булһын!
Әкрен генә яуған йылы ямғырҙар бөтә ҡайғыларыңды, күргән ауырлыҡтарыңды, йыуып алып китһен! Ө талғын ғына иҫкән елдәр, бәхет еле булып, беҙҙең өсөн иркәләп үбеп, тик аҡ бәхеттәр, ҡыуаныстар ғына өләшhен, кистәрен ай-йондоҙҙарҙың көмөштәй яҡтыһына, тыуыр таңдарың алтын ҡояш нурҙарына төрөлhөн. Дуҫтарыңа, туғандарына, балаларыңа өлгө булып, тормошҡа булған һөйөүеңде һүндермәй йәшәүеңде теләйбеҙ!
Кешелекле бит һин, изге йәнле
Ярҙамсыл һин беҙгә, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға!
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Шат күңелдәр менән ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар!
Ҡотлау менән абзыйың Сәғәҙәт, еңгәң Раушания, апайың Ғәлиә, еҙнәң Илшат.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: