Все новости

Йәшә һин мәңгелек гөл булып!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған класташыбыҙ Альбина Таһир ҡыҙы ҠОЛҒОЛДИЕВАны 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Йәшә һин мәңгелек гөл булып!
Йәшә һин мәңгелек гөл булып!

Һиңә ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һиңә иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон бәхетле ғүмер, күтәреңке кәйеф, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ! Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғаҡтарың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, уларҙың изгелектәрен күреп, ихтирамға төрөнөп, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә.
Бәхет, шатлыҡтарға күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙер, хөрмәттәргә төрөнөп
Йәшә һин мәңгелек гөл булып!
Иң изге теләктәр менән Яҡут ауылы һәм Иҫке Мораптал ауылында йәшәүсе класташтары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: