Беҙ бәхетле тик һин булғанға

Донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Радик Сәмерхан улы АҠҺАРОВты матур байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Беҙ бәхетле тик һин булғанғаБеҙ бәхетле тик һин булғанға
Беҙ бәхетле тик һин булғанға

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле атай һәм олатай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, тынғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәйлә, улың Ринат, киленең Лилиә, ҡыҙың Рәмилә, кейәүең Айҙар һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас