Все новости

Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Беҙҙең өсөн яҡын булған, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Айнур Фирҙәт улы РАХМАНҒОЛОВты күркәм байрамы - 45 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген-изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, һөйөүен тойоп, йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, йәш, дәртле булып ҡал! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон! Һин беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Рәхмәт барыһы өсөн дә! Беҙ һине яратабыҙ!
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әлиә, улдарың Айгиз һәм Динар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: