Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле булған, һөйөклө улыбыҙ, яратҡан мырҙам Илнур Наил улы ХӘМИТОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 20 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелебеҙҙән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Тыуғанһың һин бары яҡшығаТыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Изге йөрәкле, ышаныслы, яҡындарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, тырыш, яҡты, асыҡ күңелле ҡәҙерле кешебеҙгә - ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙҙең барыбыҙға ла терәк-таяныс булып, именлектә-һаулыҡта бергә-бергә, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән әнейең Миләүшә, әтейең Наил, апайың Илнара.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас