

Туғаныбыҙ, һин беҙҙең өсөн иң яҡын, изге, ғәзиз кешебеҙ, беҙгә таяныс, терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы! Һиңә Аллаһы Тәғәлә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы насип итһен. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ҡартайыуҙы һиҙмәй, йәшәү дәртен һүндермәй, тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, имен - тыныс тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Һинең намыҫлы хеҙмәт менән үткән ғүмерең оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Һәр вакыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып ҡал!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Иң изге теләктәр менән ҡәрендәштәрең, ағайҙарың һәм туғардарың!