Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған улыбыҙ, мырҙабыҙ Тимур Камил улы СОЛТАНҒУЖИНды 25 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Мәңгелеккә булһын шатлыҡтарМәңгелеккә булһын шатлыҡтар
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер юлы, аҡ бәхеттәр, иман, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Бер ваҡытта ла йөҙөңдән йылмайыу китмәһен, һәр саҡ кешеләргә ярҙамсыл бул. Ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һөйөүен, хөрмәтен тойоп, дуҫ-иштәрең менән йәнәшә атларға яҙһын.
Аҡ бәхеттәр һиңә юлдаш булһын,
Юлдаш булһын ҙур-ҙур уңыштар.
Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар,
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар.
Ә мөхәббәт менән оҙон ғүмер
Ҡалдырмаһын һине һис ҡасан.
Аяҙ булһын зәңгәр күгең,
Ҡотло булһын һинең юбилей.
Иң изге теләктәр менән атайың Камил, әсәйең Рәйлә, апайҙарың, еҙнәләрең һәм бәләкәс Арыҫлан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас