

Һеҙҙең уҙған ғүмерегеҙ үҙе бер китапҡа етерлек. Михайловка ауыл хужалығы училищеһын тамамлағас, Мораптал токомсолок совхозында күп вазифалар башҡарҙығыҙ, белемгә ынтылыуығыҙ Башҡорт дәүләт университетына килтереүен, шул йылдарҙа Ислам институтында ла уҡыуығыҙҙы күптәр белмәҫкә мөмкин.
Республика үҙаллылығы өсөн көрәшкән саҡта, патриот студенттар менән Салауат һәйкәле янында уҙған пикеттарҙа ҡатнашыуығыҙ тарих биттәрендә яҡты эҙҙәр ҡалдырҙы. Мосолмандарҙың дингә ынтылышы яңырған саҡта, райондың "Рамаҙан" мәсетен 15 йыл етәкләнегеҙ. Хәҙер инде 30 йыл балаларға башҡорт телен - тыуған телде уҡытаһығыҙ. Был эш ҙур маҡтауға лайыҡ.
Һеҙҙе ошо матур юбилейығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, һөҙөмтәле эштәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ ауылдаштарың исеменән Юлай Ишмөхәммәтов.