

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Уға ныҡлы сәләмәтлек, тормош юлында бәхетле миҙгелдәр, тоғро дуҫтар, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен, тынғыһыҙ һөнәрендә яңынан-яңы ижади үрҙәр, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Бараһы юлдары - уң, ғүмер юлы сыуаҡ, яулайһы үрҙәре күп булып, киләсәктә ҡыуаныстар, уңыштар ғына юлдаш булһын.
Азат Насредтин улы, һәр саҡ хәҙергеләй саф, ихлас, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Күңелегеҙҙе тыныслыҡ, рух ныҡлығы, иман нуры ташламаһын. Изгелектәр күреп, тормошҡа һөйөнөп, оҙон ғүмер кисерегеҙ.
Юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ,
Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Республика политехник лицей-интернаты коллективы.