

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе яҡын кешебеҙ, ҡәҙерле улым, яратҡан туғаныбыҙ, ҡәйнешебеҙ, абзыйыбыҙ Илсур Миневәли улы ХӨСӘЙЕНОВты йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уға йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ шул тиклем тырыш, хәстәрлекле, тормош һөйөүсән, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, маҡсаттарына ирешеүсән кеше. Бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында киленебеҙ Әлиә менән матур ғаилә ҡороп, өс балаға бәхетле атай-әсәй булып, гөрләтеп донъя көтә улар.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әнейең Нурия, апайҙарың Илүзә, Сөмбөл, еҙнәйҙәрең Азамат, Илфат, абзыйың Илнур, еңгәң Зилә һәм уларҙың балалары.