Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Хөрмәтле, яратҡан тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Фәнит Фоат улы СӘЛТӘШЕВты матур байрамы, 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! 

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңәФәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Һаулыҡта, донъя рәхәтлектәре кисереп, әнәйебеҙ Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы менән бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын. Һинең менән беҙ арҡалы, терәк таяныслы, ҡалҡанлы. Беҙ һине яратабыҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ!
Бәхеттәрең оҡшаш булһын, әтей,
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Һөйөү һәм ихтирам менән тормош иптәшең Рәмилә, ҡыҙың Юлиә, улың Юлай, кейәүең Ринат, ейәнең Рамаҙан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас