

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем тырыш, хәстәрлекле, тормош һөйөүсән, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, сабыр холоҡло кеше. Бөгөнгө көндә Яҡшымбәт ауылында еңгәбеҙ Рәмилә менән матур ғаилә ҡороп бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп, уларға юғары белем биреп, башлы-күҙле итеп, ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, бер оноҡҡа олатай-өләсәй булып йәшәйҙәр. Алдағы ғүмерең һаулыҡта, бәхеттә, еңгә менән бер-берегеҙгә таяныс булып оҙон-оҙаҡ бергә бәхеттә үтһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет шатлык, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен йылдарың.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөндә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Ҡотлау менән һылыуың Зарима, кейәүең Иҙрис һәм уларҙың улдары Вилдан, Данис, килендәре Ригена менән ейәндәре Аскар.