Ағай, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яҡты аҡ таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып, балҡып торһон.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, Рәмилә еңгәбеҙ менән артабан бергә булып йәшәргә насип булһын. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә сорналып тәгәрәһен.
Ҡотло булһын юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һинең өйөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң-үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән киленең Гөлгөнә, мырҙаң Рәүеф Абдуллиндар.