

Йәйҙең үҙе кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш, сабыр холоҡло класташыбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле яҡты көндәр теләйбеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта йәшә.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Иң изге теләктәр менән Яманһары, Иҫке Мораптал, Ҡалта, Красный Маяҡ ауылдарында йәшәүсе класташтарың исеменән дуҫтарың Камил, Рәйес, Рәмил, Дамир, Раил, Таһир һәм Юнир.