

Был бәхетле көндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Бөгөнгөләй көслө рухлы, алсаҡ, киң күңелле, ғәҙел, оло йәнле, ғаиләбеҙҙең йәне-йәме булып ҡал. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Беҙгә терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡыуаныстарға һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльмира, әсәйең Ғүмәйрә, апайың Гүзәл, һылыуың Фируза, мырҙаң Фируз һәм барлыҡ туғандарың.