

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ йомшаҡ күңелле, балаларын һәм ейәндәрен өҙөлөп яратҡан, һөйкөмлө, хәстәрлекле һәм иғтибарлы кеше. Матур байрамың менән ҡотлап, ғәзиз кешебеҙгә асыҡ һәм шат күңелле булғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Киләсәктә лә күңел йылыңды һаҡлап, балаларыңа нурыңды өләшеп йәшә, беҙҙең хәстәрлек һәм һөйөүҙе ҡабул итеп ал. Хоҙай һине бәлә-ҡазаларҙан аралап, бөтмәҫ көс-дәрт, йәшәүгә ынтылыш бүләк итһен. Йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Төплө аҡылың, тормош тәжрибәң менән уртаҡлашып, һәр атҡан таңды йылмайыуҙан башлап, бары тик күңелле хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын. Туғандарың һәм күршеләрең хөрмәт итеп, улар менән матур ғүмер кисерергә насип булһын. Һиңә изгелек, именлек, муллыҡ, донъя йәме, оҙон ғүмер, сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, атайбыҙ, кейәүебеҙ Рәсүл Рәшит улы АҠҺАРОВ та үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай. Хәстәрлекле, тынғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың, тормош иптәшең Фәимә, кейәүең Рәсүл, ейәнсәрҙәрең, ҡыҙҙарың Гөлназ, Гөлсәсәк, Нәзилә, ейәндәрең, улдарың Алмаз, Сабир, кейәүең Данис һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.