

Әсәй, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен.
Рәхмәт һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Фәнилә, Фәимә, Рәсилә, Фаягөл, улың Булат, кейәүҙәрең Миҙхәт, Рәсүл, Рим, киленең Роза һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.