Тыуған көндәр ҡабатланып торһон

Ҡәҙерле апайыбыҙ Гөлсинә һәм еҙнәбеҙ Ғайса МИҺРАНОВТАРҙы матур юбилейҙары менән тәбрикләйбеҙ. Апайыбыҙ 55 йәшлек, еҙнәбеҙ 60 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләй. 

Тыуған көндәр ҡабатланып торһонТыуған көндәр ҡабатланып торһон
Тыуған көндәр ҡабатланып торһон

Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшәгеҙ. Күңел тыныслығында, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысына, уңышына һөйөнөп, яҡындарығыҙҙың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡалығыҙ.
Тыуған көндәр ҡабатланып торһон,
Йылдар улар килә, китәләр.
Алда һеҙҙе яҡты тормош көтһөн,
Алһыу гөлдәр менән биҙәлгән.
Көн дә ҡояш сағыу нурын һипһен,
Һаулыҡ ҡына булһын – шул етә.
Йәшәү дәрте, ғаилә ҡыуанысы
Ташламаһын һеҙҙе ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй ауылынан Әхмәтйәновар ғаиләһе.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас