Беҙҙең донъябыҙға йәм-тәм өҫтәп торғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Һиңә һаулыҡтың иң нығын, бәхеттәрҙең иң ағын, шатлыҡтарҙың иң ҙурын теләйбеҙ. Тормошоңдоң әле иң гүзәл сағы, артабан да әлегеләй сибәр булып, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың күңел йылыһына төрөнөп, оҙаҡ йылдар һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәргә яҙһын.
Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.
Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,
Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Ғүмерең гөрләп уҙыр.
Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңа килеп сығыр!
Ҡотлау менән әтиең Азат, әниең Раушания, иркәләрең.