Матур булып атһын таңдарың

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Фариха Сәлих ҡыҙы СОЛТАНГӘРӘЕВАны 85 йәшлек матур, күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Матур булып атһын таңдарыңМатур булып атһын таңдарың
Матур булып атһын таңдарың

Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың нығын, тыуасаҡ таңдары аяҙ, киләсәк көндәре тыныс, иртәләре ҡояшлы, йән тыныслығы, балаларының, туғандарының, ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен генә теләйбеҙ.
Әсәйебеҙ Федоровка районы Юлдаш ауылында Сәлих менән Нафиға Янибаевтарҙың 8-се балаһы булып донъяға килә. Бала сағы ауыр заманға тура килә уның. Аталары һуғышҡа киткәндә әсәйебеҙгә ни бары 3 йәш кенә булып ҡала. 1943 йылда аталары һуғыш ҡырында вафат булыуы тураһында хәбәр килә. Үҫә төшкәс 14 йәшендә һабанға ултыра. Бәрәс тә ҡарай, ололар менән бер рәттән урман ҡырҡырға ла йөрөй. 1955 йылда Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылына уҡырға килә. 1957 йылда Сәмирхан Атаулла улы менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тормош иптәше ғүмер буйы тракторсы булып эшләй. Улар 6 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ мәрхүм булып китте.
1960 йылда әсәйбеҙ һыйыр һауырға сыға, уға хәтлем комбайнсыларға ашарға бешерә. Ҡәҙерлебеҙ эшкә егәрле, намыҫлы, әрһеҙ була. Уның эше күп кенә наградаларға, Почет грамоталарына лайыҡ була.
Әсәй, беҙ һине яратабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ, күп ҡайғылар кисереп, уларҙы үткәреп ебәрә алдың, ошо көнгәсә беҙҙең менән бергә йәшәүең өсөн рәхмәтлебеҙ. Әле булһа тик ултырмай, доғалар уҡып, кәңәштәреңде биреп ултырыуың өсөн һөйөнәбеҙ. Һиңә беҙ иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һин беҙгә терәкһең һәм кәрәкһең.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, игелеге төшһөн
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ҡояш йылыһына йылынғандай
Һыйынабыҙ һинең яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.
Иң изге теләктәр менән ике улың, ҡыҙың, килендәрең, 16 ейән-ейәнсәрең, 15 бүлә-бүләсәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас