

Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Күңелебеҙҙә һиңә ҡарата йәшәгән тойғоларыбыҙҙы еткерерлек донъяла һүҙҙәр ҙә табылмаҫ. Беҙҙең ғаилә өсөн изге күңелле һәм хәстәрлекле әнейһең, оло йөрәкле, сабыр холоҡло тормош иптәше һин. Һинең изге күңелең, йөрәгең борсолоуҙар белмәһен. Шат, бәхетле йылмайыуың бер ҡасан да ташламаһын, һәр саҡ ғаиләбеҙҙең йәне-йәме булып сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Бер-беребеҙгә таяныс булып матур һәм оҙон ғүмер юлын үтергә яҙһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Тыуған көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең - имендәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльмар, ҡыҙың Кәмилә һәм улың Нияз.