

Ул да булһа, эскерһеҙ, ихлас һүҙ. (Һүҙ - йән аҙығы).
Ошо бүләкте йөкмәп (дөрөҫ, янда тотоп ҡарай торғаны ла булды), Юлай Ильясовҡа индек. Бөгөн район башлығының тыуған көнө.
Эш кешеһен, янында оҙаҡ тороп, бимазалағы килмәне, бары ошоларҙы әйттек:
- Юлай Талха улы, нисек кенә булмаһын, Һеҙ, беҙҙең журналист күҙлегенән ҡарағанда, шәп етәксе. Беҙгә - "Юшатыр" гәзитенә иғтибарығыҙ кәмемәй (бөгөнгө көндә уныһы ла бик мөһим). Ваҡсыл түгелһегеҙ, барыһына ла үҙегеҙҙең айыҡ ҡарашығыҙ бар. Тыуған көнөгөҙҙә Һеҙҙең ишек тотҡаһына ҡарап ҡына үтеп китергә намыҫ ҡушманы, Теләктәр бөгөн Һеҙгә күп теләнгәндер, беҙҙең бәләкәй генә коллективтан ошондай ҙур теләк - барыһы ла Һеҙҙең гармонияла булһын. Йәғни, күңелегеҙ тыныс булһын. Йөрәк менән Аҡыл айҡашмаһын. Әгәр улар килешеп йәшәй икән, тимәк, һеҙ - бәхетле кеше.
Башлыҡтың күңеле булды, буғай, иң мөһиме - иғтибар тине, беҙҙең бәләкәй генә пакетҡа ҡарап.
- Һеҙҙең эште аңлайым, ни өсөн шулай яҙғанығыҙҙы ла аңлайым. Миңә ҡай саҡ "Бына былар нимә яҙған" тип, гәзиткә төртөп күрһәтеп, ошаҡ керетәләр. Уҡып ҡарайым, барыһы ла тәртиптә, хилаф юҡ.
Бына кәрәкһә, бүләк бирәбеҙ тип, үҙебеҙ бүләк алып ҡайтып киттек - яҡшы һүҙ.
Тән аҙығынан да, йән аҙығынан да мәхрүм булмай йәшәйек, эшләйек әле, Юлай Талха улы. Рәхмәт.