Матбуғат көнө, билдәле, профессионал байрам, етдиерәк ҡотлауҙар ҡабул итәбеҙ, ҡәләм осло булһын, телең бай булһын, күҙең отҡор, ҡолағың сос булһын.
Икенсе байрам - шәхсиерәк, Айгөл Халиҡованың тыуған көнө. Бында инде баналь һүҙҙәр һөйләп кенә ҡотолоп булмай, әйләнә лә килгән тыуған көндә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ әйтергә кәрәк.
Яланға сыҡтыҡ. Ямғырҙар алйытты, зәңгәр күкте, бынауы сәскәләрҙе күргән юҡ. Танһыҡ ҡанғансы тыуған яҡтың тәбиғәтенә хозур ҡалып торҙоҡ. Аяҡ аҫты тулы сәскәләр, уларҙы тапмаҫҡа тырыштыҡ, һәр саҡ килеп сыҡманы.
Айгөл, ғәзиз ерҙең матурлығын оҙаҡ йылдар күреп, һауаһын еҫкәп, хозурланып йәшәргә булһын. Бер шатлыҡ урынына бер юлы ике шатлыҡ килеп торһон. Күңел сәскәләреңде береһе лә тапарға баҙнат итмәһен. Юбилейың менән!