Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе, ҡәйнәбеҙҙе Клара Хәлиулла ҡыҙы ӘБДРӘШИТОВАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын, һаулығың ныҡлы булһын, һәр тыуар көн бәхетле хәтирәләр, яҡты уйҙар бүләк итһен. Иң мөһиме – сәләмәт бул, донъя мәшәҡәттәре өсөн көймә. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Һинең сикһеҙ яратыуың, хәстәрлегең өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткереп, алдыңда баш эйәбеҙ. Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Лилиә менән кейәүең Илдус һәм уларҙың балалары: ҡыҙҙары Нәйлә, кейәүе Виталий, улдары Илмир, киленге Юлиә, ейән-ейәнсәрҙәре Алфина, Дания, Артем, Владик, Илнур, Эмилия; ҡыҙың Гөлнара һәм уның балалары: улдары Алмаз, Алик, килене Руфина, ейән-ейәнсәре Эдгар, Элиана.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас