

Йәйҙең үҙе кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш, сабыр холоҡло ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле яҡты көндәр теләйбеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта йәшә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет шатлык, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен йылдарың.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөндә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Иң изге теләктәр менән улың Айҙар, ҡыҙҙарың Айгөл, Айһылыу, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.