

Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Һинең тырыш, ауыл тормошона битараф булмай, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышып йөрөүең оло ихтирамға лайыҡ. Киләсәктә лә шулай саф күңелле, ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Күтәренке кәйеф, дәрт-дарман, уңыштар юлдаш булһын!
Ҡотлы булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ҡотлау менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов һәм коллективы.