Алып килһен таңдар шатлыҡтар

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ Ялсыҡаев Марат Мөхәрәм улын 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.  

Алып килһен таңдар шатлыҡтарАлып килһен таңдар шатлыҡтар
Алып килһен таңдар шатлыҡтар

Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Киләсәктә парлы булып, ғәзиз балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәсимә, ҡыҙҙарың Розалина, Айгүзәл, улың Динислам. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас