Сәскә саҡ ҡына

Яҡуп ауылында тыуып, Яҙлау ауылында үҫеп, әлеге көндә Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йәшәүсе һылыуым, балдыҙым, апайыбыҙ Инзира Усман ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән, бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Сәскә саҡ ҡынаСәскә саҡ ҡына
Сәскә саҡ ҡына

Бөгөн иң тылсымлы көн - һинең тыуған көнөң! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош... Ә беҙ, һине ҡанатландырған, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә. Һәм ошо бәхетең башҡа миллион халыҡты дәртләндерһен.

Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
35 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Иң изге теләктәр менән Илүзә апайың, Мөнир еҙнәң, һылыуҙарҙың Нәркәс, Мәҙинә, Миләүшә, Ләйсән, мырҙаларың Рамаҙан, Фәнзил.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас